Открытие Года истории Республики Башкортостан/ Башҡорт тарихы йылы асыу тантанаһы
Февраль 20, 2021
Просмотров: 110
2021-се йыл - Башҡортостан республикаһында Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Балаларҙа патриотик тәрбиә үҫтереү өсөн төп маҡсат - республикабыҙҙың тарихын өйрәнеү. 10 февралдә Башҡорт тарихы йылын асыу тантанаһы гөрләп үтеп китте. Был сарала балалар Башҡортостан республикаһының тарихы,ҡаҙаныштары,батырҙары,мәҙәниәте, символдары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Башҡорт халыҡ уйындары менән танышып, бергәләп уйнаныҡ,башҡорт һәм рус телендә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләнек. Залда Тыуған ил, Тыуған ер темаһына арналған ,балалар ижадынан торған, күргәҙмә ойошторолдо. Үткәрелгән сара балаларҙа Тыуған илгә һөйөү,башҡорт тарихына ҡыҙыҡһыныу, республикала йәшәгән бөтә халыҡҡа ҡарата ихтирам уятты.