1. Педагогам
  2. Новости
  3. Акция "Покорми птиц зимой!“ /"Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит!” акцияһы

Акция "Покорми птиц зимой!“ /"Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит!” акцияһы

Февраль 20, 2021 Просмотров: 139

Беҙҙең балалар баҡсаһында “Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит!” акцияһы ойошторолдо. Балалар, тәрбиәселәр һәм ата –әсәләр тымыҡ, матур көндө ҡоштарға тағараҡтарын сығарып элделәр.

Балалар баҡсаһында был акция йыл да иғлан ителә, тәрбиәләнеүселәр ата-әсәләре, ағайҙары ярҙамында ҡош оялары, тағараҡтар эшләп килтерәләр. Ҡыш көнө ҡайҙан ем табырға белмәй йөрөгән ҡоштар әллә ҡайҙан күреп, осоп киләләр. Ҡоштарға ярҙам итеү балаларҙа ла яҡшы, изге тойғолар ғына уята. Ҡоштар ҙа талпынып-талпынып осоп, сут-сут һайрап үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен белгертә.